Өфө: Гилем; Башҡорт энциклопедияһы, 2019. — 253 бит. — ISBN: 9785881854485.
Русско-башкирский и башкирско-русский словарь терминов по зоологии и зоотехнии.
Кешелек донъяһының һуңғы йылдарҙа глобаль үҙгәрештәр кисереүе һөҙөмтәһендә халыҡтарҙың йәшәү рәүеше, телмәре туҡтауһыҙ үҙгәрә, үҫешә һәм үҙ заманына яраҡлаша бара. Был осраҡта күп терминдар йә юғалып, йә төп мәғәнәһенән ситләшеп, быуаттар буйы йәшәп килгән тел ярлылана һәм үҙенең тарихи көсөн кәметә. Тәҡдим иткән һүҙлек хайуандар һәм ҡоштар донъяһында ҡулланылған атамаларҙы киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү, тел байлығын һаҡлау маҡсатында төҙөлдө. Белешмә баҫма йәш быуын уҡыусыларына, студенттарға, ғалимдарға, ауыл хужалығы белгестәренә һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнә.